Среда, 05.08.2020, 19:04
Приветствую Вас Гость | RSS

Азаматова Руфина Юлай ҡыҙының сайты

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 73
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Уҡыусыларға ярҙамға

УҠЫУСЫЛАРҒА ЯРҘАМҒА

Эпик әҫәрҙе анализлау варианты

1. Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай (билдәләре).

2. Ни хаҡында һүҙ бара, нимә әйтелә (темаһы һәм идеяһы).

3. Үҙәк һәм ярҙамсы сюжеттар. Уларҙы билдәләүсе конфликттарҙың үҙенсәлеге, үҫтерелеше, хәл ителеше.

4. Конфликттың үҫеше, кульминацияһы, сиселеше, унда персонаждарҙың характер асылы. Артабан образдарға анализ йүнәлешендә дауам итергә була.

5. Образдар системаһы.

6. Әҫәрҙең композицияһы.

7. Теле (автор теле, хикәйәләү үҙенсәлеге, персонаждар теле).

8. Һығымта.

 

Лирик шиғырҙы анализлау варианты

1. Әҫәрҙең яҙылыу дәүере.

2. Уның тормош менән бәйлелеге. Автор биографияһы һәм лирик герой.

3. Жанр.

4. Төп лейтмотив булырҙай юлдар.

5. Темаһы, идеяһы.

6. Әҫәрҙең эмоционаллеге.

7. Тышҡы һүрәтләнеш һәм ассоцияция бәйләнеше идеяға бәйләнеп килеүе.

8. Художествовалы деталь, образ. Шиғырҙың формаһы:

а) композицияһы;

б) кинәйәлеү алымдары (метафора, метонимия, сағыштырыу, аллегория, символ, гипербола һ.б.);

в) тел үҙенсәлектәре (тон, интонация, пафос, эпитет, ҡабатланыуҙар, антитеза, инверсия, эллипс, йәнәшәлек, риторик һорауҙар һ.б.);

г) шиғырҙың ритмикаһы, үлсәме һ.б.

Драма әҫәрен анализлау варианты

Драмала төп урынды хәрәкәт һәм персонаждар телмәре алып тора. Унда автор тасуирлауы, ҡылыҡһырлауы үтә самалы, ремаркалар ҙа әҙ була, сөнки пьеса сәхнәлә уйнау өсөн яҙыла. Пьесаны уңышлы анализлау өсөн, уның сәхнәләштерелгән вариантын да өйрәнеү кәрәк.

Драма әҫәрҙәрен анализлағанда, түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алырға кәрәк:

1. Персонаждарҙың эш-ҡылыҡтары (уларҙың характеры хәрәкәттә, телмәрҙә асыла).

2. Әҫәрҙең сюжет һыҙығы.

3. Сюжет конфликтында ҡатнашыуҙары, уға мөнәсәбәттәренә ҡарап, персонаждарҙы төркөмләү.

4. Сәхнәгә сығарылмаған персонаждарҙы иҫәпкә алыу, уларҙың әһәмиәтен билдәләү.

5. Конфликт (уның йәшертен, йә асыҡ бирелеше).

6. Конфликттың жанр үҙенсәлеген асыҡлау мөмкинлеге.

7. Эпик әҫәрҙән айырмалы рәүештә, драма ваҡыт эҙмә-эҙлелегенә ҡорола.

8. Сюжеттың төп моменттары ла эҙмә-эҙ бирелә. Тәүҙә экспозиция, унан-төйөнләнеш, унан-кульминация, иң ахырҙа-сиселеш килә.

Ҡайһы саҡта был классик өлгөнән сигенеүҙәр ҙә була.

 

Әҙәби персонаж образын тикшереү варианты

1. Персонаждың портреты. (Тышҡы күренеше. Был күренеш һеҙҙә ниндәй тойғо уята. Портретта автор бигерәк тә ниндәй һыҙатҡа нығыраҡ иғтибар итә. Ул һыҙат геройҙы нисек ҡылыҡһырлай һ.б.).

2. Персонаждың телмәре (телмәрҙең үҙенсәлеге ни хаҡта һөйләй).

3. Персонаждың башҡалар менән мөнәсәбәте. (Уның хаҡында кем нимә ти. Уны нисек ҡылыҡһырлай. Уға башҡаларҙың симпатияһы һәм антипатияһы. Башҡаларҙың әйткәне раҫланамы, юҡмы. Һүҙ барған персонаж тирә-яҡ мөхит менән үҙен нисек тота. Шуларҙан ниндәй һығымта яһап була).

4. Персонаждың йөрөш-торошо тураһында (һүҙе эшенә тура киләме).

5. Персонажды уратып алған мөхит (ул йәшәгән, эшләгән шарттар, интерьер, пейзаж һ.б.).

6. Үҙенең персонажы хаҡында автор ни уйлай (туранан-тура баһалау, ҡылыҡһырлау).

7. Тулайым алғанда, персонаждың образы беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа нисегерәк һынлана.

8. Әҫәрҙең образдар системаһында, әҫәр идеяһын асыуҙа һүҙ барған персонаж урыны.

Һүҙгә лексик анализ

1. Һүҙҙең ошо һөйләмдәге лексик мәғәнәһен күрһәтергә.

2. Һүҙ бер мәғәнәлеме әллә күп мәғәнәлеме (әгәр күп мәғәнәле булһа, уның бер нисә мәғәнәһен күрһәтергә).

3. Һүҙ тура мәғәнәлеме әллә күсмә мәғәнәлеме?

4. Һүҙҙең омонимы, синонимы, антонимы булыу-булмауын асыҡларға.

5. Был һүҙ менән фразеологик берәмектәрҙең булыу-булмауын әйтергә (яҙырға).

Фонетик анализ яһау өлгөһө

1. Һүҙҙең баҫымын ҡуйырға, анализлана торған һүҙҙе ижектәргә бүлеп, баҫымлы һәм баҫымһыҙ (булһа) ижектәрҙе күрһәтергә, асыҡ һәм ябыҡ ижектәрҙе билдәләргә.

2. Һүҙҙәге хәреф һәм өн һандарын билдәләргә, уларҙың мөнәсәбәтен асыҡларға (бер нисә өндө белдергән я,ю,е,ё һәм өндәрҙе белдермәгән ь,ъ хәрефтәренә иғтибар итергә).

3. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә характеристика бирергә: ҡалын-нәҙек, иренләшкән-иренләшмәгән, һаңғырау-яңғырау.

Һүҙҙең составы буйынса анализ

1. Һүҙҙең ижеген һәм ялғауын айырырға.

2. Һүҙҙең тамырын айырырға.

3. Нигеҙҙең ниндәй (тамыр нигеҙме, яһалма нигеҙме) булыуын билдәләргә.

Синтаксис анализ яһау өлгөләре

I. Ябай һөйләмгә

1. Һөйләмгә тулы характеристика бирергә:

ябай; хәбәр, һорау, әллә тойғо һөйләмме.

Айырымланған эйәрсән киҫәктәре бармы-юҡмы.

Ике составлымы (әгәр бер составлы булһа, уның төрөн күрһәтергә: эйәһеҙ, билдәле эйәле, билдәһеҙ эйәле, атама).

Йыйнаҡмы әллә тарҡаумы.

Тулымы әллә кәмме.

2. Һөйләмдең баш киҫәктәрен (эйәһен, хәбәрен) табып, уларҙы асыҡларға:

Уларҙың һәр береһе ниндәй һорауға яуап бирә.

Составы буйынса ниндәй.

Ниндәй һүҙ төркөмдәренән килгәндәр.

3. Эйәрсән киҫәктәрен табып, уларға характеристика бирергә.

4. Грамматик яҡтан һөйләм киҫәктәре менән бәйләнмәгән һүҙҙәргә характеристика бирергә:

Өндәш һүҙ:

-йыйнаҡмы әллә тарҡаумы;

-кемгә төбәп әйтелгән;

-ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән.

Инеш һүҙҙәр:

-мәғәнәһе буйынса ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай.

Бөтә урындарҙа ла тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатырға.

II. Ҡушма һөйләмгә

1. Ҡушма һөйләмдең тибы билдәләнә:

-теҙмә конструкциялары.

-эйәртеүле конструкциялары.

-ҡатмарлы конструкциялары.

2. Ҡушма һөйләмдең ниндәй ябай һөйләмдәрҙән тороуы күрһәтелә.

3. Ҡушма һөйләм өлөштәренең бәйләнеү юлы (теркәүесле, теркәүесһеҙ) билдәләнә. Теркәүестәр булһа, уларҙың төрө (теҙеүсе, эйәртеүле) күрһәтелә.

 

4. Әйтемдәр менән ҡатмарланғанлығы, айырымланған һөйләм киҫәктәренең, инеш һүҙҙәрҙең йәки һөйләмдәрҙең, өндәш һүҙҙәрҙең йәки һөйләмдәрҙең, өҫтәлмәлектәрҙең һ.б. булыу-булмауы билдәләнә.


Башҡорт теленән имтиханға әҙерлек өсөн изложение текстары

Вход на сайт
Поиск

Copyright MyCorp © 2020
uCoz