Среда, 05.08.2020, 18:58
Приветствую Вас Гость | RSS

Азаматова Руфина Юлай ҡыҙының сайты

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 73
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Тиҙәйткестәр

Тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр (И.Ғ..Ғәләүетдиновтың"Балалар фольклоры" китабынан (Өфө, 1994й.))

1. Бөҙрә баш Барый Баймаҡтан ҡайтҡас, билсәнде бөтөрәм тип, баҡсаһына барған. Бөгөлөп-һығылып, бар белемен биреп, билсәнде ботарлай башлаған, бер бөгөлөп, бер эйелеп йөрөй торғас, бахыр Барый билен бөтөргән, билсәнде бөтөрөргә булыш тип, Баныуҙы саҡырған. Барый менән. Баныу бөтөрөлөп-бөтөрөлөп билсән утағандар. Билсәнде .бөтөрөрлөк булмаған. Бөҙрә баш Барый, бахыр Баныу был тиклем бөтөрөлгәнсе тип, бил яҙлыҡты рырға булған. Барыйҙың да, Баныуҙың да билдәре ҡатҡан, билһеҙ булып былар бөкрәйеп бер сәғәт ятҡан.

2.Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа, Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.

3.Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке. Беҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?

4.Килгән Ғата, кейгән ҡата ,

Урам буйлап ләстит һата,

Инде хәҙер көтөү ҡайта.

5. Ҡарға әйтә: ҡар-ҡар-ҡар,

Бында еләк бар-бар-бар,

Тик яланы тар-тар-тар,

Еләк өҫтө ҡар-ҡар-ҡар.

6.Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға,

Ҡарға йыйылған ҡарға.

Аттым ҡарға, төштө ҡарға,

Аҡ ҡарға, ҡара ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

7. Ҡарамалылағы ҡара ҡашлы Ҡарағол ҡарттың ҡап-ҡара ҡаҙы ҡайҙалыр ҡасҡан.

8.Ҡарға, ҡарға, осоп кил, беҙгә яҙҙы алып кил. Бергәләшеп йөрөрбөҙ, тәмле бутҡа бирербеҙ. Уртаһына төшөп кенә май булып та ирербеҙ.

9. Ҡарамалы ауылы ҡара Ҡарағолға сана ҡарамалатырға биргәйнем. Ҡарамаланымы икән, ҡарамаламаны микән. Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамаламауына, ҡарамалауына ҡарамайынса ҡарап ҡына алып ҡайт әле .

10. Ҡара ҡарға ҡороған ҡарағайға ҡунды, ҡара ҡарғаның, ҡарға ҡарағас, Ҡапыл ҡобараһы осоп, ҡороған ҡарағастың ҡап-ҡара ботағынан ап-аҡ ҡарға ҡап-ҡара ҡарға ҡоланы.

11. Мейес башында биш. бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы,

Биш бесәйҙең биш башына,

Емерелмәһен мейес башы.

12. Ҡап-Ҡара ҡарағат-ҡаптым, ҡап-ҡара ҡуңыҙҙан ҡотом ҡойолоп ҡайтҡара ҡарағат ҡыуағы аҫтына ҡастым, ҡарағат ҡыуаҡтары артынан ҡояшҡа ҡарап ҡаттым.

13. Ҡара ағай ҡарағай ҡырҡа,

Ҡырталаша ҡарағай.

Ҡырҡма, ҡара, йөҙөң ҡара

Ҡайт ҡалаңа, Ҡара-ағай .

14. Ҡаҙҙар ҡаңғылдашып

- Ҡанат ҡағынды.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

Ҡайтты тағы ла.

15. Ҡар-р-р, Ҡар-р-р, ҡар-р-р!

Ниндәй ҡайғы бар? Бар?

16. Күпер башында күк күркә,

Күк күркәгә кәрәк күп көрпә.

17. Күрше күркә Ҡәйүм күҙҙәрен ҡыҫа-ҡыҫа; ҡулын ҡаҡ маңлайына ҡуйып, күккә ҡарай-ҡарай ҡояштың ҡыҙарып күтәрелеүен,ҡып-ҡыҙыл нурға күмелеп ҡырҙарға ҡалҡыуын күҙ ҡабағы аҫтынан күҙәтте.

18. Ҡарға ҡарғағанға ҡарап, ҡар яумай тормаҫ.

19. Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.

20. Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!

21. Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ !

22. Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара .

23. Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,

Ҡара ҡарға ҡараңғы ла ҡараһаң да,

Ҡарамаһаң да ҡара ҡарғаға ҡарағанда

Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.

24. Килгеләштергеләштергеләп йөрөгөлә, ултырғылаш тырғылаштырғылап торорбоҙ.

Ҡарамалылағы бер ҡартҡа ҡараманан сана ҡарамаларға биргәйнем. Ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән? Ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамалағаны на, ҡарамаламағанына ҡарамайынса үҙең барып алып ҡайт. Ул ҡарамаламаһа, үҙем ҡарамалармын. Ҡараманан сана ҡарамалау — борондан килгән һөнәр.

25. Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгө һаплап, кейеҙ ҡаплап, лап-лап-лап.

26. Мышлаған-мышлаған,

Мейес башында ҡышлаған.

Тирләмәгән, бешмәгән,

Белмәһә лә үҫмәгән.

27. Мәкәримов Мирсаяф Мирғәли малайы машина майы менән маңлайын майлаған да мендәренә менеп мендәрҙе майлаған.

28. Әйттем таҡмаҡ таҡмаҡлап,

Һин дә миңә тап таҡмаҡ.

Мин бейермен— тап таҡмаҡ,

Таҡмаҡ тапмаған — ахмаҡ.

29. Төлкө, өтөлөп-өтөлөп, өйрәк өйрәһен, өрпөлдәтеп-өрпөлдәтеп

һемерҙе. Көндә өтөлөц-өтөлөп өйрәк өйрәһен өрпөлдәткәң төлкө, әйтергә көлкө, өскил булып, өйрәктән һимерҙе.

30. Соҡалының соҡорон сыҡҡан саҡта Сәмәрәнең силәге , сатнаған.

Һиҙиәт һыйырға, һары ҡҡа һалам һалғанда һәнәген һындырып, һәнәгенең һабын Ьәҙиәгә һикһән һигеҙ һумға һатҡан.

31. Өйгә ингән сыпсыҡ,

Осоп йөрөй сыпсыҡ,

Сып-сыҡ, сып-сыҡ,

Сыҡ, сыпсыҡ,

Осоп сыҡ, сыпсыҡ,

сыҡ, ҡошсоҡ,

Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ,

осоп сыҡ!

32. Һәҙиә һыйырына һуҡыранып,

һәнәгенең һабын һындырғансы һуҡты.

33. Серәкәй себенде себендәк, ти,

Себен серәкәйҙе серелдәк,

34. Һары Сабираға һары сандали,

Һары сандалиға. һары Сабира.

Һары Сабираны һары сандали,

35. Һап-һоп итеп сейәгә апара.

Һыуыҡ һыу һалҡын була,

Һыуыҡ. килһә, һыу туңа.

36. Һонтор Нәзиә .һалам: эшләпәһен һалпылдатып, һалм аҡ баҫЬхп һыуһынға һыуға килә.

Һонтор Һәҙиә һалам эшләпәһен һапылдатып, һалм аҡ баҫып һыуһынға һыуға килә.

37. Һарыҡ, һап-һап баҫып, һыйырға һыйланырға килгән. Кыйыр, һәмгелдәп йөрөй-йөрөй, һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.

38. Сибәр, Сәймә һәм Сәлимә

Сәй әсәләр өсәүләп.

Сулпан ситтә сәсәй-сәсәй

Сәй көтә был өсәүҙән.

39. Һалмауыр Һаҙыев Һәҙи һауын һыйырҙарға, һары ҡтарға һалбыр һалам һалғанда һалм аҡ һәнәк һабын һындырған.

40. Һәҙи! Һыйырҙарға, һарыҡтарға һоло һаламы һал!

41. Оҙон епте һаплама ла, ыҫмалалама ла, үҙем һабын һаплап, үҙем ыҫмалаһын ыҫмалалармын.

42. Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы, Шакир шуға Шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.

43. Шыуа-шыуа шыуғалаҡ,

Шып-шыма ялтыр ҡалаҡ.

44. Әсмәнең әсәһенең әсәһе Әсмәнең сәсенә сәскә сәнсте. Сите сәскәле сы наяҡҡа сәк-сәк сәсте. Әсмә сынаяҡтағы сәк-сәкте, сәнскегә сәнсеп, сәйнәй-сәйнәй сәпелдәй.

45. Шыпыр -шыпыр, шыптыр-шыптыр, ҡыптыр-ҡыптыр, мейес артында, мейес аҫтында, шыптырлағыс шыптырлай .

46. Хәсрәттең тоҡсайы ның ҡапсығының ауыҙын, бәйләгән бауының ебенең һүрендеһенең осо62.

47. Дарыу менән өс шешә,

Шешә бауын теш сисә,

Шешә сисһәм, теш шешә .

48. Үрмәксе, үрмәксенән күрмәксе, үргә үрелеп-үрелеп үтеп-һүтеүселәрҙе үҙенең үрмәле-үрмәле үрҙә үрелгән үрмәһенә үткәреп, үтеп, эләгеп үрһәләнеүселәрҙе үсәп-үсәп, үҙҙәре үлгәнсә көтөп, үтен эсте .

49. Эт башындай эшемде этләнеп-этләнеп эш итә алмағас, эштә күргән этлектәрҙән этләнеп эткә әйләнә яҙҙым .

50. Ыңғыр-ыңғыр ыңғырсаҡ,

Ҡайҙа минең бала саҡ?

Үтеп китте уйнар саҡ,

Килеп етте һыңғырсаҡ.

51. Әхәт әтәсләнеп Әнисәне әрләне.

Әхәткә Әнисә сәрелдәй-сәрелдәй ә-ә-ә тип әрләште.

52. Ыңғыр-ңыңғыр ыңғырсаҡ,

Эңгер-мөңгөр ҡыңғыр саҡ.

Беҙҙең хәҙер йырлар саҡ,

Ғыр-ғыр гармун уйнар саҡ.

Вход на сайт
Поиск

Copyright MyCorp © 2020
uCoz