Меню сайта
Наш опрос
Статистика
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0 |
ЙомаҡтарТРАНСПОРТ ТӨРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Ат түгел, кешнәмәй, Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/
Һыу эсә, бесән ашамай, Үҙе дүрт аяҡлы. /автомобиль/
Ҡанаты бар, йөнө юҡ, Үҙе бара, юлы юҡ. /самолет/
Юҡ, мин поезд түгел, Ләкин уға оҡшаған. Сөнки йөрөйбөҙ беҙ Тимер юлдарҙан. /трамвай/
Үҙе ура, үҙе һуға, Үҙе ҡапсыҡҡа һала. Шаулап, гөрләп эшләгәнгә Ҡыр матурланып ҡала. /комбайн/
ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Һаҡалы бар - бабай түгел, Бер кемгә лә ағай түгел. Тәү ҡарашҡа меҫкен, өтөк, Үсектерһәң - китә төкөп. /кәзә/
Йылыта, кейендерә, Әҙәмде һөйөндөрә. /һарыҡ/
Дүртәүҙер аяғы, Ҡайсылай ҡолағы, Таштан ҡаты тояғы. /ат/
Ишек алдында сүмәлә, Аҫтында дүрт бағана, Алдында ике һәнәк, Артында һепертке. /һыйыр/
Арҡаһынан һыпырһаң, Күҙҙәре ялт-йолт итә. Гел яратып, иркәләп, Һөйөп торғанды көтә. /бесәй/
ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Эй тырыша – кәрәк уға Сәтләүектең орлоғо. Өйө ағас ҡыуышында, Көлтә ҙурлыҡ ҡойроғо. /тейен/
Энәләре күп булһа ла, Кейем текмәй был кейек. Сәнскеле балаһын да Һөйә: ”Йомшағым!”- тиеп. /терпе/
Йәйен - урманда батша, Ҡышын - ҡарҙан да аҫта. /айыу/
Йәйен - һоро, ҡышын - аҡ, Ҡыҫҡа ҡойороҡ, шеш ҡолаҡ. /ҡуян/
Урманда йыш тап булыр, Мөгөҙҙәре бигерәк ҙур, Ат ҡәҙәре кәүҙәһе, Һис еткермәй берәүҙе. /мышы/ Ҡара морон, һарғылт йөн, Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр, Тауыҡ итен бик ярата, Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/
ЙОРТ ҠОШТАРЫ ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Һыуҙа йыуынып алды, Өҫтө ҡоро ҡалды. /ҡаҙ/
-Ҡыт-ҡытыҡ,-ти,-ҡытыҡ,-ти,- Тибенеүе ҡыҙыҡ,-ти, Әйтеп ҡуймағыҙ яҙыҡ, Әлеге ҡош ул-… . /тауыҡ/
-Мин барыһын уятам,- тип Ҡысҡыра,-кикирикүүүк! Бара торған ерегеҙгә Һуңлап ҡуймағыҙ берүк! Һис кәрәк түгел бәхәс, Был булыр инде … . /әтәс/
-Ҡаҡ-ҡаҡ,-тиер,-ҡаҡ,-тиер, Ниҙер ҡағырға ҡушыр. Үҙе ҡанат ҡағып ҡына Һыу буйында булашыр. Күл, йылғала табыр наҙ Ҡыҙыл ситек кейгән … . /ҡаҙ/
Бәләкәй генә һары йомғаҡ Йүгереп йөрөй сиҙәмдә. /себеш/
ҠОШТАР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Тау-ҡаяны төйәк итә, Бер ниҙән тормай өркөп. Кемдең уны күргәне бар? Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/
Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым, Ишек-тәҙрәһе асыҡ. Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/
Хужанан да, эттән дә Һис тә ҡурҡып тормайҙар. Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға, Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/
Тәҙрәләремә ҡарап, Ҡойма башына баҫҡан. - Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип Шыҡырланы ... . /һайыҫҡан/
Ниңә ҡаҙҙар ҡаңғылдашып Бәпкәләрен өйөргән? Күктә ҡанаттарын йәйеп, Бәпкә күҙләй ... . /төйлөгән/
Ниңә әле был балалар Күккә ҡарап торалар? Йылы яҡҡа үтеп китте, Ҡаңғылдашып ... . /торналар/
Үҙе йомортҡа баҫмай, Балаһын да баҡмай. /кәкүк/
Ҡулы юҡ, балсыҡ ташый, Балтаһы юҡ, өй яһай. /ҡарлуғас/
Ҡыҙыл ситектәрен кейгән Күк күлдәкле ҡыҙ килгән. Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/
Көндөҙ ул насар күрә. Тап бына шуға күрә, Үҙ ҡорбанын һағалап, Төндә тора самалап. /ябалаҡ/
БӨЖӘКТӘР ТУРАҺЫНДА ЙОМАҠТАР Йоҡонан тора иртә, Үҙен-үҙе һикертә. Йәйен уйнап үткәрә Сырылдауыҡ ... . /сиңерткә/
Матур итеп селтәр үрҙе Кешеләрҙән күрмәксе. Аҫҡа табан төштө китте Селтәр буйлап ... . /үрмәксе/
Бейек кенә бейек ҡаялар, Ул ҡаяға ҡыйғыр оялар. Һурпаһы хәләл, ите хәрәм, Ул ни булыр икән?! /бал ҡорто/
Бесәнлектә бер көршәкте Ҡарап торғас бик оҙаҡ Салғым менән тейеү булды – Һырып алды ... . /һағыҙаҡ/
Бейек тауға менәләр, Тоҡтар йөкмәп киләләр. /ҡырмыҫҡа/
Деү-деү, деү итә – дуғаға ҡуна, Сей-сей, сей итә – ситәнгә ҡуна. /күгәүен/
Беҙелдәп оса ла семетеп ала, Ул семеткән ерҙә ҡан ҡала. /серәкәй/ |
Поиск
|