Среда, 05.08.2020, 19:32
Приветствую Вас Гость | RSS

Азаматова Руфина Юлай ҡыҙының сайты

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 73
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Эссе "Мин- уҡытыусы"

Уҡытыусы!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

                                  Р.Ғарипов

Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл дә, матур ҙа, тәрән мәғәнәле изге  һүҙ ул.  Ҙур яуаплылыҡ һәм оло сабырлыҡ менән көн  дә мәктәп   тупһаһына аяҡ баҫыусы  оло һөнәр эйәһе ул .  Ысынлап та, уҡытыусы кешегә  бик мөһим дә, яуаплы ла эш йөкмәтелгән: улар киләсәкте тәрбиәләй. Һәр баланың күңеленә орлоҡ сәсеүсе, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе – ул уҡытыусы.  Үҙенең йылы нурҙарын ергә таратҡан Ҡояш кеүек, мин белем нурҙарын балаларға таратам.

Заман үҙгәрә, төрлө һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Ләкин уҡытыусы һөнәре һәр саҡ юғары  баҫҡысты биләйәсәк, иң мөһим һәм кәрәкле һөнәр булып ҡаласаҡ. Сөнки кеше ниндәй генә дәрәжәне биләмәһен, ҡайҙа ғына эшләмәһен – ул уҡытыусы ярҙамында кеше була. Уҡытыусы – бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе, белем тауына үрләтеүсе, киләсәктә һине ысын шәхес итеп үҫтереүсе изге йән эйәһе!

Бөйөк педагог Ян  Амос Коменский: «Был донъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн нәмә юҡ...» - тигән.

Уҡытыусы булыу- минең бәләкәйҙән килгән хыялым. Оло Эйек буйында урынлашҡан Сирбай ауылында уйнап-көлөп үтте бала сағым.  Әле генә иҫемдә, ҙур аҡ таҫмалар тағып, матур кейенеп, ҡулыма сәскә гөлләмәһе тотоп, әсәйемде етәкләп ҙур тулҡынланыу менән тыуған ауылымдың  мәктәбенә юлландым. Беренсе яратҡан уҡытыусым мине йылмайып ҡаршы алды, белем иленә алып инде. Беренсе дәрес, мәктәп йылдары бөтәһе лә  һиҙелмәйсә үтеп киттеләр, улар бөгөнгөләй хәтеремдә. Бәләкәй саҡтан әхирәттәрем, ағайҙарым менән беребеҙ уҡытыусы, башҡалар- уҡыусы булып уйнап , таҡтаға аҡбалсыҡ менән хәрефтәр, һандар  яҙып «мәктәп» уйнай торғайныҡ. Былар бөтәһе лә хәҙер хәтирәләр булып күңелдә һаҡланалар.   Тап ошо саҡта : «Мин киләсәктә уҡытыусы буласаҡмын!» тигән уй минең   күңелемдә яралды. 

Мәктәптә уҡыу йылдарында    миңә бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре күңелемә бик яҡын булды. Күп йылдар буйы эшләгән тәжрибәле уҡытыусыларым Фәхретдинова Гүзәл Ғиззәт ҡыҙына  һәм Уразбаева Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен. Тап ошо яратҡан уҡытыусыларым миндә телгә һөйөү уяттылар, тыуған илде һаҡларға, ғәзиз туған телебеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәттеләр. Мин уларҙың дәрестәрен һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала, иҫем китеп тыңлай, һәр һүҙҙәрен отоп алырға тырыша инем. Мин мәктәп йылдарында район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурс, сараларҙа, олимпиадаларҙа ҙур теләк менән ҡатнаштым, шиғырҙар ҙа ижад иттем. Бына шулай  уҡытыусы  һөнәренә булған һөйөүем , ҡыҙыҡһыныуым артҡандан арта барҙы.  Ошо телгә булған һөйөүем мине артабан Башҡорт дәүләт университетына илтте.  Мин башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлап, ҡулыма диплом алып, үҙемдең хеҙмәт юлымды  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, ил инәһе Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәттә башланғыс  кластар уҡытыусыһы булып башланым. Мәктәпте тамамлағанға  12 йыл  үтеп китһә лә,  минең тормош юлдарым мәктәптән барыбер айырылманы.  Минең бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Мин- уҡытыусы!

 Ошо мәктәптә эшләгән йылдарҙа миңә  бик күп арҙаҡлы шәхестәр, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу бәхете тейҙе. Уҡыған саҡта алған белемемде дәрестәрҙә, кластан тыш сараларҙа  үҙемдең уҡыусыларыма еткерергә, уларҙа тыуған илебеҙгә, ауылыбыҙға ихтирам, һөйөү тәрбиәләргә тырыштым.

Артабан хеҙмәт юлымды үҙем белем алған Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  булып дауам иттем.   Үҙемде уҡытҡан яратҡан уҡытыусыларым менән бергә эшләү минең өсөн ҙур бәхет.

Был мәктәптә башҡорт ҡына түгел, ә рус балаларының күңелдәрендә тыуған Башҡортостаныбыҙға, туған телебеҙгә  һөйөү, милләткә мөхәббәт , ҡыҙыҡһыныу уятыу минең төп маҡсатым булып тора. Мин уҡыусыларымда башҡорт халҡы менән ғорурланыу хисә тәрбиәләргә бурыслымын.  Мин үҙ дәрестәремде ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, йәкмәткеле итеп үткәрергә тырышам. Уҡыусыларҙың белем  сифатын күтәреүҙә, ижади һәләттәрен үҫтереүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының яңы технологияларҙы өйрәнеүе һәм дәрестә уңышлы файҙаланыуы ҙур роль уйнай.  Уҡыусыларым район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа призлы урындар яулай. Уҡыусыларымдың төрлө сараларҙа ҡатнашып урын алыуҙары, ижади һәләттәре, телмәрҙәре үҫеүе- мине сикһеҙ бәхетле итә.

Дәрестә тел, халыҡ, ил тойғоһо төшөнсәләренең һәр кемгә ғәзиз булыуын, уҡыусыларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү эшен алып барам.

  Мин һәр дәрескә эҙләнәм, уйланам, табам, өйрәнәм.  Бөгөнгө заманда уҡытыусыға  тәжрибә туплау мөмкинлеге  бик күп.  Баланы үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһындыра белеү бик мөһим. 

Мин- башҡорт теле уҡытыусыһы! Ошо һүҙҙәрҙе мин оло ғорурлыҡ менән әйтә алам.  Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма  һис тә үкенмәйем.  Яратҡан эшем бар.  Мин тәрбиәләгән уҡыусыларым киләсәктә илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Ҡояш үҙенең йылы нурҙарын Ергә таратҡандан ул кәмемәй, мин дә балаларға белем таратыуҙан байыйым ғына, улар менән үҫәм, йәшәрәм , көс алам һәм яңыса балҡыйым!

Вход на сайт
Поиск

Copyright MyCorp © 2020
uCoz