Среда, 05.08.2020, 19:34
Приветствую Вас Гость | RSS

Азаматова Руфина Юлай ҡыҙының сайты

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 73
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Ата-әсәләр өсөн

Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр.

Баланы нисек бар, шулай яратығыҙ…

Баланы тәрбиәләгәндә иң мөһиме ҡысҡырмаҫҡа, баланы нисек бар, шулай яратырға. Шулай итеп…

  • Баланың һорауҙарына тыныс һәм дөрөҫ яуап бирергә. Ашыҡһағыҙ, ваҡытығыҙ булмаһа ла ҡысҡыра башламағыҙ, уны ҡапыл бүлдермәгеҙ.
  • Баланың һорауҙарын етди ҡабул итегеҙ.
  • Баланың үҙе өсөн генә айырым бүлмә булдырығыҙ.
  • Бала үҙенең эштәрен һәм ҡаҙаныштарын күрһәтә алған урын булһын.
  • Баланың өҫтәлендәге тәртипһеҙлек ижади эш менән бәйле булғанда әрләшмәгеҙ. Әммә эште тамамлағас урынын йыйыштырып ҡуйыуын талап итегеҙ.
  • Баланы ниндәйҙер уңыштары өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратыуығыҙҙы күрһәтегеҙ.
  • Балаға ҡулынан килерҙәй эштәр ҡушығыҙ.
  • Балаға үҙ пландарын төҙөргә, ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итегеҙ.
  • Эшенең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға булышығыҙ.
  • Үҙегеҙ менән ҡыҙыҡлы урындарға сәйәхәткә алығыҙ.
  • Балағыҙҙың кәмселектәрен күрһәтеп, башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ.
  • Баланы кәмһетмәгеҙ.
  • Баланы үҙаллы фекер йөрөтөргә өйрәтегеҙ.
  • Баланы китаптар, уйынсыҡтар менән тәьмин итеп тороғоҙ.
  • Баланы төрлө ваҡиғалар уйлап сығарырға, фантазияларға өйрәтегеҙ. Быларҙы бергә башҡарығыҙ.
  • Баланы кесе йәштән китап уҡырға өйрәтегеҙ.
  • Уның ихтыяждарына иғтибарлы булығыҙ.

 

Анкета -Хорошие ли вы родители

Ата-әсәләргә кәңәштәр

Родителям подростков

 

Вход на сайт
Поиск

Copyright MyCorp © 2020
uCoz