Среда, 05.08.2020, 19:40
Приветствую Вас Гость | RSS

Азаматова Руфина Юлай ҡыҙының сайты

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 73
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Минең биографиям

        

Күгәрсен районының йәмле Эйек буйында урынлашҡан Үрге Сирбай ауылында төпсөк бала булып, алтын көҙ миҙгелендә 1988 йылдың 4 ноябрендә донъяға тыуғанмын. Ата-әсәйем миңә яратып Руфина тип исем ҡушҡан. Минең бәхетле бала сағым тыуған ауылымда үтте. 1995 йылда иңемә портфель тағып, әсәйемде етәкләп, ҡулыма сәскә гөлләмәһе тотоп ҙур тулҡынланыу менән беренсе класҡа уҡырға барҙым. Мәктәп йылдары ла бик тиҙ үтеп киттеләр. Мәктәптә уҡыу осоронда миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бик оҡшай ине. Ошо предмет буйынса район кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа, төрлө конкурста гел призлы урындар яуланым, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһендә ике тапҡыр ҡатнашыу бәхете лә тейҙе. Артабан уҡыуымды Мораҡ башҡорт гимназияһында дауам итеп, 11 класты уңышлы тамамланым. Ошо ваҡытта минең буласаҡ һөнәрем билдәле ине инде. Мин башҡорт теле уҡытыусыһы булам тигән ҡарарға килдем. Телгә булған һөйөүем мине артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына илтте. Хеҙмәт юлымды 2009 йылда Туйөмбәт башланғыс мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусы булып башланым. Тәүге дәрестәрем, кластан тыш саралар бөгөнгөләй хәтеремдә. Мөғжизә, ниндәйҙер яңылыҡ көтөп ултырған балаларҙың төбәлгән күҙҙәре миңә дәрт, киләсәккә өмөт өҫтәне. 2010 йылда ошо ауылға килен булып төштөм. Тормош ипташем менән ике малайға ғүмер бирҙек. Ҙур улым Инсаф Мораҡ башҡорт гимназияһының 3 класында тик 5- ле билдәләренә генә уҡып йөрөй. Бәләкәй улым Исламға бары тик 4 кенә йәш. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. 2018 йылдан Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Минең маҡсатым: киләсәктә башҡорт рухлы балалар тәрбиәләү. Минең уҡыусыларым киләсәктә илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам.

 

Минең турала видеоролик

Мәғлүмәти карта

Вход на сайт
Поиск

Copyright MyCorp © 2020
uCoz