Среда, 05.08.2020, 19:26
Приветствую Вас Гость | RSS

Азаматова Руфина Юлай ҡыҙының сайты

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 73
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Яңылыҡтар

                27 ноябрь  көнө 9 класс уҡыусылары үҙҙәренең класс етәкселәре Азаматова Руфина Юлай ҡыҙы менән һөнәр өлкәһендәге белемдәрен киңәйтеү маҡсаты менән  Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлегенә  экскурсияға барҙылар. Унда музейҙағы экспонаттар менән таныштылар, үҙҙәренә кәрәкле күп мәғлүмәт алдылар.

 


                20, 21 ноябрь көнө Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн  туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте дәреслектәр авторы В.И.Хажин менән осрашыу үткәрелде.


                19 октябрь көнө республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә этносубботаға арналған  матур саралар үткәрелде. Беҙҙең гимназиябыҙҙа ла « Башҡортостан буйлап сәйәхәт » тигән мауыҡтырғыс сара булып үтте. Был сараны башҡорт теле уҡытыусылары Ф.К Нурмөхәмәтова, З.М.Псәнчина, Р.Ю.Азаматова, Г.Х.Искәндәрова, Ә.Х.Юлдашев , Ю.С.Әлимғолова бай һәм йөкмәткеле итеп ойошторҙолар.  «Халыҡ ижады-халыҡ хазинаһы», «Башҡортостан картаһына ҡараһаң яҡшы ғына», «Башҡортостан буйлап сәйәхәт», « Йыр алырға килегеҙ!», «Башҡорт тирмәһендә», « Мостай йыһаны»  туҡталыштары буйлап уҡыусыларыбыҙ көс һынаштылар.Сара тамаша залында уҡыусыларыбыҙҙы бүләкләү, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыу менән тамамланды.

 


                14 октябрҙән  18 октябргә тиклем Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы үтте. Был аҙналыҡ Башҡортостандың  халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең һәм Башҡортостандың  100 йыллыҡ юбилейҙарына арналды.   Аҙналыҡтың беренсе көнөндә 7-11 кластар араһында предмет буйынса мәктәп олимпиадаһы ойошторолдо.Мостай Кәримдең шиғырҙары буйынса шиғыр һөйләү конкурстары, флешмобтар үткәрелде,яҙыусының тормошо һәм ижады буйынса презентация ҡарап уҡыусылар белемдәрен камиллаштырҙылар, тамаша  залында Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса  фильм ҡарап кинәнделәр, асыҡ дәрестәр күрһәтелде.

Вход на сайт
Поиск

Copyright MyCorp © 2020
uCoz